top of page

27 октября в Конгресс-холле начал работу Всероссийский семинар-совещание "Реализация федеральных государственных образовательных стандартов общего образования: управленческий аспект с учетом этнокультурных и национальных особенностей".
В пленарном заседании принял участие заместитель Премьер-министра Правительства Республики Башкортостан Салават Сагитов. В приветственном слове вице-премьер отметил, что одним из важных аспектов государственной политики в стране и регионах, является образовательный процесс. При этом огромное внимание уделяется государственным стандартам, которые постепенно внедряются в практику. Салават Талгатович выразил надежду, что предстоящие дискуссии, презентации на базе учебных заведений, обмен опытом станут весомым вкладом в дальнейшую работу профессионального сообщества педагогов, чиновников, общественности.
С приветственным словом к участникам семинара в режиме видеосвязи обратилась первый заместитель Председателя Комитета по образованию, науке и культуре Совета Федерации Федерального собрания РФ Лилия Гумерова. Она пожелала экспертам успешной работы и подчеркнула, что основная задача, стоящая перед профессиональным сообществом – сделать так, чтобы система образования не просто давала молодому поколению набор знаний, а формировала полноценные, гармонично развитые личности.
Министр образования Республики Башкортостан Гульназ Шафикова в своем выступлении рассказала о системе образования Республики Башкортостан, о реализуемых в регионе проектах (образовательном кластере, сетевом университете). Гульназ Радмиловна отметила, что на своем опыте мы покажем, как в республике проходит обучение родного языка, поделимся опытом создания необходимых условий.
Во второй половине дня начали работу четыре площадки с участием российских экспертов. Материалы экспертных площадок доступны по ссылке.
Напомним, что 28 октября работу семинар-совещания продолжат экспертные площадки, которые пройдут в гимназиях №3 и №39, СОШ № 45 и №159, Инженерном лицее №83 имени М.С. Пинского при УГНТУ.
https://education.bashkortostan.ru/presscenter/news/440859/

  • Facebook Basic Square
  • Twitter Basic Square
  • Google+ Basic Square

ҺӘР КЕМ УҠЫРҒА ТЕЙЕШЛЕ ЙӨҘ БАШҠОРТ КИТАБЫ

"Киске Өфө" гәзитенең "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге "Башстатус" төркөмө менән берлектә иғлан иткән "Башҡорт китабы топ-100+" акцияһына ҡушылған уҡыусыларыбыҙҙың тәҡдимдәрен һәр һанда күрһәтә киләбеҙ. Бөтәһе лә уҡырға тейешле китаптар исемлеге яйлап үҫә бара. Әлегә ул бына ниндәй: 
1. "Урал батыр" башҡорт халыҡ эпосы
2. М. Аҡмулланың шиғырҙар йыйынтығы
3. Ҡол Ғәли "Йософ ҡиссаһы"
4. Ризаитдин Фәхретдин "Нәсихәттәр"
5. Ғайса Хөсәйенов "Тормош" һәм "Донъя" парсалар китаптары
6. Шәйехзада Бабич "Ғазазил" поэмаһы, шиғырҙар
7. Зәйнәб Биишева "Яҡтыға" трилогияһы
8. Һәҙиә Дәүләтшина "Айбикә" повесы
9. Әхмәтзәки Вәлиди "Хәтирәләр"
10. Һәҙиә Дәүләтшина "Ырғыҙ" романы
11. Мостай Кәрим "Оҙон-оҙаҡ бала саҡ" повесы һәм поэзияһы 
12. М. Ғафури "Фәҡирлектә үткән тереклек" хикәйәһе
13. М. Ғафури "Шағирҙың алтын приискыһында" повесы
14. Ғ. Хәйри "Боролош" романы
15. Әхиәр Хәкимов "Өйөрмә" романы
16. Ноғман Мусин "Мәңгелек урман"
17. Ғәлимов Сәләм "Бала" поэмаһы
"Башҡортостан" гәзите хәбәрсеһе Таңсулпан Рәсүл "Башҡорт китабы топ-100+" акцияһы исемлегенә Яныбай Хамматовтың "Төньяҡ амурҙары" романын индерергә тәҡдим итә.

"...Башҡорт - ирек һөйөүсән халыҡ. Ул үҙен мыҫҡылларға, кемдән булһа ла үҙен кәмһетеүгә, хурлауға күнекмәгән һәм күнекмәйәсәк тә! Башҡорт фәҡир, ярлы, ләкин ғорур! Бәхетһеҙлегебеҙ ҙә, фажиғәле яҙмышыбыҙ ҙа, һан яғынан бик күп кәмеүебеҙ ҙә үҙен кәмһеттерергә теләмәүҙән һәм баш эймәүенән ғибрәттер, бәлки, - тине Буранбай". Кем "Төньяҡ амурҙары" романын уҡыған, был һүҙҙәр уға таныш. Эйе, Яныбай Хамматов үҙенең был мәңгелек әҫәрендә фәҡәт башҡорттоң Салауат яуынан һуңғы тормошона асыҡтан-асыҡ мөрәжәғәт иткән. Беҙҙең милләттең батырлығы ла, бахырлығы ла ярылып ята унда... Юҡ, үҙ милләтемде бахыр тип әйтергә һис кенә лә йөрьәт итмәҫ инем мин, ләкин күпте күргән, ғәҙелһеҙ замандар, Икенсе донъя һуғышын үткән олуғ аҡһаҡалыбыҙҙың әҫәренә таянғанда, унда беҙ үҙ халҡыбыҙҙың нисек мыҫҡылланыуҙарын, шул уҡ осраҡта, нисек итеп Парижды алып данланғандарын күрәбеҙ. "Көс еткеһеҙ һалым интектерә... Өй ҡыйығы тәңгәленә мөрйә сығарҙыңмы - һалым, стенаны уйҙырып тәҙрә ҡуйҙырттыңмы - һалым", - тип яҙа Яныбай Хамматов. Үткән заманға, тарихҡа бөгөнгөнән сығып баһа, ҡылыҡһырлама биреү дөрөҫ түгел, әлбиттә, шуға күрә, ул ваҡыттарҙа ата-бабаларыбыҙ ни өсөн шундай көнгә төшкән, тип әйтергә хаҡыбыҙ юҡ... Бары тик ошондай тарихи романдарыбыҙ аша асығын, ата-бабаларыбыҙ тик батыр, яугир халыҡ булғанын ғына түгел, улар ниндәй бөлгөнлөктә йәшәгән һәм ниндәй хәлдә генә булһалар ҙа рухтары нисек һынмай ҡалған - беҙ быларҙы белергә тейешбеҙ. Бөгөнгөбөҙҙөң ҡәҙерен белеү өсөн дә... Шуға күрә лә, "Һәр кем уҡырға тейешле 100 башҡорт китабы"ның алғы рәттәрендә Яныбай Хамматовтың "Төньяҡ амурҙары" романының I һәм II китабы мотлаҡ булырға тейеш, тип иҫәпләйем". 
[url]
http://kiskeufa.ru/index.php?dn=news&to=art&id=3156[/url]

Хәмиҙуллина Ольга Юрий ҡыҙы

Бәйләнеш өсөн телефон номеры: 89174964376

e-mail:  olia_hamidyllina@mail.ru

Адрес: Өфө ҡалаһы, Әхмәтов урамы, 320-се йорт

МАОУ Лицей 46

bottom of page