top of page

Һеҙҙе үҙемдең сайтымда күреүемә сикһеҙ шатмын. Әлеге сайтта һеҙ башҡорт телен уҡыу -  уҡытыу мәсьәләләренә ҡағылышлы мәғлүмәттәр таба алырһығыҙ. Шулай уҡ,  балаларҙың  ижад емештәре ,  ата-әсәләргә тәғәйенләнгән материалдар, ғөмүмән, башҡорт телендә белем һәм тәрбиә биреүгә битараф булмаған һәр кем өсөн ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр туплау буйынса әүҙем эш алып барам. Бергәләп хеҙмәттәшлек итербеҙ тигән теләктә ҡалам.

Яҡын арала буласаҡ саралар

Башҡорт теле һәм башҡорт туған теленән олимпиада. 
Мәктәп этабы  8.11.2016
Район этабы 19.11.2016
5-6-сы кластар өсөн ПДД буйынса агитбригада!!!
19.11.2016
Көҙгө каникулдарҙы бушҡа үткәрмәйбеҙ! Музей, театрҙарға йөрөйбөҙ.

Һуңғы арала 46-сы лицейҙа үткәрелгән саралар

"Башҡорт әкиәттәрен сәхнәләштереү" конкурсы үтте

Был конкурста 4-5-се класс уҡыусылары ҡатнаштылар. Матур-матур әкиәттәрҙе сәхнә түренә сығарып күрһәттеләр. Иң дә иңдәре булып, Урал батыр әкиәте менән 5в класы еңеп сыҡты! Афарин!

bottom of page